6 декабрь, Шишәмбе

05 декабрь 2013 йыл, 16:57

Өфөлә «ИкАрт-2013» күргәҙмәһе асыла

автор: Әлим Фәйезов

Йома көнө, 6 декабрҙә, Өфөлә көнбайыш Башҡортостан рәссамдары күргәҙмәһе – «ИкАрт-2013» эшләй башлай.

Күргәҙмә 18.00 сәғәттә түбәндәге адрес буйынса асыла: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15, Фән һәм сәнғәт күргәҙмә залы (БР Фәндәр академияһы). Күргәҙмәлә Октябрьскийҙан, Бәләбәйҙән, Туймазынан, Татарстандың көнсығыш өлөшө ҡалаларынан һәм райондарынан 30 рәссамдың 60-лап эше ҡуйыласаҡ.