10 декабрь, Шәмбе

05 декабрь 2013 йыл, 16:33

Илдар Ғәбитов ҡайтанан аграр вуз ректоры итеп һайланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡорт дәүләт аграр университетында ректор һайланылар.

Аграр вуз ректоры вазифаһына кандидаттар исемлеге алдан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Аттестация комиссияһы ултырышында  яраштырылды.

Ректор вазифаһына башта өс кандидат дәғүә итте — БДАУ ректоры, техник фәндәр докторы, профессор Илдар Ғәбитов; БДАУ-ҙың беренсе проректоры, техник фәндәр докторы, профессор Марс Фархшатов һәм агротехнологиялар һәм агробизнес факультеты деканы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Мөхәмәт Хәйбуллин.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, аграр университеттың ғилми советы ректор һайлау буйынса конференция делегаттары исемлеген раҫланы.

Башҡорт дәүләт аграр университетының матбуғат секретары Зөлфиә Минһажева әйтеүенсә, аграр вуз ректорын һайлау буйынса конференцияла 219 делегат ҡатнашты, икәүһе ғәфү итерлек сәбәптәр арҡаһында килә алманы.  

— Профессор Марс Фархшатов үҙ кандидатураһын кире алғас, мандат хужалары ҡалған ике кандидат өсөн тауыш бирҙе, — тип аңлатты Зөлфиә Мингһажева.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш — 219-ҙан 205-е, йәғни 93,6 проценты — Илдар Ғәбитов өсөн бирелде.

темалар: мәғариф, бдау