9 декабрь, Йома

05 декабрь 2013 йыл, 15:26

Белоретта инвалид балаларҙы байрам менән ҡотланылар

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Белоретта Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн XVI фестиваль үтте. Сараны Белорет районы хакимиәте, Белорет ҡалаһының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге, «Металлург» кинотеатры ойошторҙо.

Фестивалдең төп маҡсаттары – ижад аша инвалид балаларҙы реабилитациялау һәм социаль яраҡлаштырыу, уларҙың ижади һәм интеллектуаль потенциалдарын ҡулланыуға булышлыҡ итеү, инвалид балаларҙың бәйләнештәрен киңәйтеү, һәләтле балаларға ярҙам итеү.

Кинотеатр сәхнәһендә фестивалдә ҡатнашыусылар йырлау, бейеү, шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын күрһәтте. Балалар өсөн байрам һый-хөрмәтен һәм уйынсыҡтарҙы сараның күп һанлы бағыусылары әҙерләне. Атап әйткәндә, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Пономарёв Белорет ҡалаһының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге директоры Елена Булавкоға 350 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Фестивалдә ҡатнашыусыларға музыкаль бүләкте балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һәм ҡаланың ижади йәштәре яһаны.

Белорет районы хакимиәте исеменән фестивалдә ҡатнашыусыларҙы аралашыу, ижад һәм изгелек байрамы менән район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡотланы.

— Бындай осраҡтарҙа барыбыҙ өсөн дә иң мөһиме нимә булыуын аңлай башлайбыҙ — һәр ваҡыт беҙҙә изгелек, мөхәббәт һәм шәфҡәтлелек тойғоһо йәшәһен. Бөтә балаларға – фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә изгелек, именлек, мөхәббәт һәм сәләмәтлек теләгем килә. Яҡшы кәйеф һәм балаларыбыҙҙың йылмайыуы – бөгөнгө фестивалдең иң яҡшы һөҙөмтәһе булыуына ышанам, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башлығы.

Концерт тамамланғас, байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алды, һуңынан «Металлург» кинотеатры улар өсөн бушлай фильм күрһәтте.

Шулай уҡ был көндө Белорет ҡалаһының балалар музыка мәктәбендә Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Белорет ойошмаһының «Родничок» вокал төркөмө белореттарға байрам концерты әҙерләне, тип хәбәр итте Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт –аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.