8 декабрь, Кесе йома

05 декабрь 2013 йыл, 14:59

72 йыл элек Мәскәү эргәһендә Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме башлана

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 5 декабрҙә, Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнә – был 1941 йылда Мәскәү эргәһендәге һуғышта совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме башланған көн. Был иҫтәлекле дата 1995 йылдың 13 мартындағы 32-ФЗ «Рәсәйҙең хәрби дан (еңеү) көндәре тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнгән.

1941 йылдың июнендә Германия ғәскәрҙәре һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзы территорияһына баҫып инә, бер-бер артлы ҡалаларҙы яулап илдең уртаһына юллана. Декабргә агрессор баш ҡала эргәһенә килеп етә. Контрһөжүм 1941 йылдың 5-6 декабрендә Калининградтан Елецҡа тиклемге фронтта башлана. Хәрби хәрәкәттәр шунда уҡ киҫкен характер ала. Тере көстә һәм техник саралар яғынан дошмандан ҡалышыуға, ҡаты һыуыҡтарға, тәрән ҡар ҡатламына ҡарамаҫтан, Калинин фронтының һул крылоһы һәм Көнбайыш фронттың уң крылоһы ғәскәрҙәре контрһөжүмдең тәүге көндәрендә үк Калининдан көньяҡтараҡ һәм Мәскәүҙән төньяҡ-көнбайыштараҡ дошман оборонаһын йырып сыға, тимер юлды һәм Калинин-Мәскәү шоссеһын өҙә, бер нисә ауылды азат итә.

Мәскәүҙән төньяҡ-көнбайыштараҡ һөжүм иткән ғәскәрҙәр менән бер үк ваҡытта Көнбайыш фронттың һул крылоһы һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттың уң крылоһы ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күсә. Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәренең Мәскәүҙе уратып алыуға тәғәйенләнгән «Үҙәк» армияһы фланг группировкаларына  көслө һөжүме немец-фашист командованиеһын, үҙ ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙән ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн, ашығыс саралар күрергә мәжбүр итә.

8 декабрҙә Гитлер бөтә Совет-Германия фронтында оборонаға күсеү тураһындағы директиваға ҡул ҡуя. «Үҙәк» армия группаһына стратегик яҡтан мөһим райондарҙы нисек тә булһа ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тигән бурыс ҡуйыла.

9 декабрҙә Совет ғәскәрҙәре Рогачево, Венев, Елецты, 11 декабрҙә – Сталиногорскты, 12 декабрҙә – Солнечногорскты, 13 декабрҙә – Ефремовты, 15 декабрҙә – Клинды, 16 декабрҙә – Калининды, 20 декабрҙә Волоколамскты азат итә. 25 декабрҙә совет ғәскәрҙәре киң фронтта Окаға сыға. 28 декабрҙә Козельск азат ителә, 30 декабрҙә — Калуга, 1942 йылдың ғинуар башында – Мещовск һәм Мосальск.

1942 йылдың ғинуар башына Көнбайыш фронттың уң крылоһы ғәскәрҙәре Лама һәм Руза йылғалары рубежына сыға. Был ваҡытҡа Калинин фронты ғәскәрҙәре Павликово, Старица рубежына сыға. Көнбайыш фронттың үҙәк ғәскәрҙәре 26 декабрҙә Наро-Форминскиҙы, 2 ғинуарҙа – Малоярославецты, 4 ғинуарҙа Боровскиҙы азат итә.  

Брянск фронты ғәскәрҙәре Көнбайыш фронтының һул крылоһы ғәскәрҙәре менән бергә 1942 йылдың ғинуар башына Белев, Мценск, Верховье сигенә етә. Улар «Үҙәк» армия группаларын уратып алыу өсөн уңайлы шарттар булдыра.

Контроһөжүмдәр һуғыш барышында һынылыш осоро була. Бына шулай Гитлерҙың «Блицкриг» тип аталған, беҙҙең илде тиҙ арала баҫып алыу планы юҡҡа сыға. Совет армияһы дошманға ҡаршы тора алды. Немецтар һанаулы көндәрҙә йөҙләгән километрға артҡа сигенде, Совет халҡының Еңеүгә ышанысы нығынды.

Ватанды агрессорҙан азат итеүгә Башҡортостан халҡы тос өлөш индерҙе. Күп яҡташтарыбыҙ яу яланында ятып ҡалды, шулай ҙа баш ҡаланы һаҡлаусылар араһында әле иҫәндәре лә бар.