7 декабрь, Шаршамбы

05 декабрь 2013 йыл, 13:26

Эҙәрмәндәр Башҡортостандан һәләк булған яугирҙың миҙалын туғандарына тапшыра

автор: Арина Рәхимҡолова

Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Башҡортостандан яугирҙың «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапты. Архивта эҙләнеү барышында һалдаттың туғандарын асыҡлай алдылар. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар, ул яугирҙың ейәнсәре булып сыҡты. Өфөнөң «Обелиск» эҙәрмәндәр отряды командиры Елена Вязовцева һөйләүенсә, яугирҙың туғандарына миҙалды тапшырыу тантанаһы декабрҙә үткәрелә.

— Вәхит Шафиҡовтың миҙалын беҙгә Ржев ҡалаһында «Хәтер вахтаһы-2013»тө ябыу тантанаһында тапшырҙылар. 1905 йылда тыуған яугир Учалы районынан саҡырыла. Миҙалды быйыл «Святой Георгий» отряды Псков өлкәһенең Пушкиногорск районы Каменка ауылы эргәһендә таба. Документ номеры буйынса артиллеристың награданы 1943 йылдың йәйендәге һуғыштар өсөн алыуы асыҡлана. Ул 40 гитлерсыны, миномет батареяһын һәм пулемет ояһын тар-мар итеүгә булышлыҡ итә, — тип һөйләне Елена Вязовцева.

Рәсәйҙең Эҙәрмәндәр отрядтары союзы Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарын эҙләү һәм табылған һөлдәләрен хөрмәтләп ерләү менән шөғөлләнә, улар хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың яҙмыштарын һәм исемдәрен асыҡларға тырыша. Шулай уҡ йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо һәм Ватанды һаҡлауға әҙерлек тәрбиәләү Союздың  төп бурыстарының береһе булып тора.  

Бөгөнгө көндә БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды – Рәсәйҙең «иң йәш» эҙәрмәндәр берләшмәһе. Йыл һайын эҙләү һәм эҙләү-тикшереү экспедициялары эшендә 45-тән алып 200-гә тиклем кеше ҡатнаша.

Республиканың Эҙәрмәндәр отрядтары 2003-2013 йылдарҙа Бөтә Рәсәй «Хәтер вахталарында» Новгород, Ржев, Тверь, Калуга һәм Ленинград өлкәләре, Карелия Республикаһы территорияларында эшләне, Украинала «Хәтер вахтаһы»нда ҡатнашты.