Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Хәйбулла районында Таш музейы барлыҡҡа килде

Мәҙәниәт

Хәйбулла районы үҙәге – Аҡъярҙа Таш музейы барлыҡҡа килде. Ул Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы территорияһында асыҡ һауала урынлашҡан. Музей йыл дауамында уҡыу йорто студенттары һәм уҡытыусылары көсө менән эшләнде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Асыу тантанаһында тау колледжы директоры Рәмил Арыҫланов, музейға тау фәндәре академияһы ағзаһы, профессор, сығышы менән Хәйбулла районы кешеһе Миңлеәхмәт Моталовтың исеме бирелде, тип хәбәр итте.

Таш музейында райондың тау мәғдәне предприятиелары тарафынан сығарылған бөтә тоҡом таштар күрһәтелгән. Колледж етәкселеге әйтеүенсә, фонд даими рәүештә тулыландырыласаҡ, ә музей территорияһы матурланасаҡ.

Теги: музейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть