5 декабрь, Дүшәмбе

05 декабрь 2013 йыл, 11:53

Республика башлығы күп функциялы үҙәктәр мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр селтәрен үҫтереү мәсьәләһе тикшерелгән кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән. Видеоконференция режимында кәңәшмәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

— Маҡсат – 2015 йыл аҙағына тиклем граждандарҙың 90 процентын «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәтләндереү мөмкинлеге менән тәьмин итеү. Бының өсөн күп функциялы үҙәктәр һанын өс тапҡырға тиерлек арттырырға кәрәк, – тине Дмитрий Медведев.

1 декабргә ҡарата Рәсәйҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү буйынса 848 күп функциялы үҙәк эшләй, уларға «Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө мөрәжәғәт итә ала», тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.

Дмитрий Медведев әйтеүенсә, күп функциялы үҙәктәр селтәрен «үҙәкте табыр өсөн кешеләргә бөтә ҡала буйлап йөрөргә тура килмәҫлек итеп» ойошторорға кәрәк.  Документтарҙы ҡабул итеү һәм биреү берҙәм пункты һәр ҡала округында һәм муниципалитетта булырға тейеш. «Беҙ быны стратегик бурыс тип ҡарайбыҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.

Граждандарҙы белешмә артынан төрлө инстанцияларға йөрөү кәрәклегенән, Федераль миграция хеҙмәтендә һәм банктарҙа сиратта тороуҙан азат итергә кәрәк, тип билдәләне Хөкүмәт Башлығы. «Быға сәғәттәр үтә, ә ҡайһы берҙә тәүлектәр ҙә. Быға күпме ваҡыт һәм нервы сарыф ителеүе хаҡында әйтеп тә тормайым», – тине Дмитрий Медведев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда алты күп функциялы үҙәк офисы эшләй. 2013 йыл аҙағына уларҙың һаны 15-кә еткереләсәк. Был маҡсатҡа быйыл республика бюджетынан 572 миллион һум аҡса бүленгән.