6 декабрь, Шишәмбе

05 декабрь 2013 йыл, 10:31

Өфөлә ауырыу балаларға ярҙамға хәйриә концерты үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

5 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Ҙур театр йондоҙҙары Алина Яровая (сопрано), Василий Ладюк (баритон), Петр Дмитриев (фортепиано) һәм джаз музыкаһы оҫталары — A'cappella ExpreSSS төркөмө һәм Олег Кирәев (саксофон) ҡатнашлығында хәйриә концерты үткәрелә.

«Классика һәм джаз» концертын «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ойоштора.

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2 меңдән 8 мең һумға тиклем торған концертҡа билеттар бер аҙна эсендә һатылып бөттө. Сығыштан төшкән аҡсаларҙы «Мәрхәмәт» фонды ауыр сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтәсәк. Фонд президенты Айгөл Гәрәева әйтеүенсә, «беренсе сиратта ярҙам Башҡортостандың өс бәләкәй кешеһенә күрһәтеләсәк. Һирәк генетик сир — тубероз склерозы менән яфаланыусы 12 йәшлек  Артем Сәйетовҡа Америка клиникаһында тикшеренеү үтергә кәрәк; бер йәшлек Мәҙинә Солтанованы Екатеринбург клиникаһында операцияға көтәләр — ҡыҙыҡайҙың аңҡауы ярыҡ; антибиотиктарҙы артыҡ биреү арҡаһында һаңғырау булып ҡалған дүрт йәшлек Амалия Сәләхетдиноваға ике ишетеү аппараты кәрәк».

— Балаларға ярҙам итеү еңелдән түгел, ләкин быны кемдер эшләргә тейеш бит, — тине «Мәрхәмәт» фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова.

Был фонд ойошторған дүртенсе мәрхәмәтлек концерты. 40-тан ашыу бала Рәсәй клиникаларында ҡиммәтле дауаланыу үтте.

«Беҙ йөрәк тауышына ҡолаҡ һалырға саҡырҙыҡ, концерттың исеме лә шунан – «Йөрәк тауышына ҡолаҡ һал», — тине Гөлшат Хәмитова

«Был уникаль концерт, бер көндә беҙ классиканы ла, джазды ла берләштерәсәкбеҙ, — тине билдәле джазмен, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Кирәев. — Музыканттар был хәйриә кисәһендә сығыш яһарға шатланып риза булды».

Концерт программаһына ярашлы ябыҡ аукцион планлаштырылған, унда 10 лот сығарыласаҡ. Аукциондан алынған бөтә аҡса «Йөрәк линияһы» программаһы буйынса балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.

Концерт 19 сәғәттә башлана.