11 декабрь, Йәкшәмбе

05 декабрь 2013 йыл, 9:15

Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәрен ведомство юбилейы менән ҡотланы

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

4 декабрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының 60 йыллығы хөрмәтенә ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.

— Мәҙәниәт министрлығы был 60 йыл эсендә байтаҡ эштәр башҡарҙы. Ләкин был республикабыҙ мәҙәниәт майҙаны айсбергының өҫтө генә, — тип билдәләне республика Президенты. — Һис шикһеҙ, мәҙәниәт йәшәйеш нигеҙе булып тора, ул әхләҡи яҡты формалаштыра. Мәҙәниәт — ул кеше тормошоноң нигеҙе. Бөгөн мәҙәниәт — күп яҡлы күренеш. Мәҙәниәттең роле һәм урыны бөгөн баһалап еткерелмәгән, тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.

«Беҙгә Мәҙәниәт министрлығы эшенең төп маҡсаты булып нимә тороуы хаҡында уйланырға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. — Һатылған билеттар, атҡаҙанған артистар һаны глобаль бурыс түгел — былар барыһы ла кәрәк, ләкин етерлек түгел. Министрлыҡтың төп бурысы — ул мәҙәни ваҡиғаларҙы бөтә төрлөлөгөндә ҡабул итеү мөмкинлеге күҙлегенән йәмғиәтебеҙҙең ҡеүәтен арттырыу».

— Башҡортостан Республикаһы артабан да мәҙәни ҡоролошҡа ярҙам итәсәк, — тине Президент. — Киләһе йылда тармаҡҡа 5,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, был былтырғынан 26 процентҡа күберәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Президент Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Кисәне Башҡортостанды Парижда ЮНЕСКО Штаб-квартираһында Халыҡ-ара презентациялау сиктәрендә ойошторолған сәнғәт оҫталарының гала-концерты дауам итте.