5 декабрь, Дүшәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 17:50

Өфөлә Билдәһеҙ һалдат көнөн билдәләнеләр

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә тәүге тапҡыр Билдәһеҙ һалдат көнөн билдәләнеләр. Календарҙа рәсми бындай байрам юҡ, әммә Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте вәкилдәре, 3 декабрҙе Билдәһеҙ һалдат көнө итеп иғлан итергә, тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Инициативаны Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының Төбәк йәмәғәт фонды хуплап сыҡты.

Өфөнөң «Обелиск» эҙәрмәндәр отряды командиры Елена Вязовцева һөйләүенсә, Фондта ҡатнашыусылар шишәмбе, 3 декабрҙә, яу яланында ятып ҡалған бөтә Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Тантанала Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Александра Акулинина, эҙәрмәндәр хәрәкәте активистары, Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Иҫтәлекле көн датаһы осраҡлы ғына һайланмаған, 1966 йылдың 3 декабрендә Мәскәү эргәһендә немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләгәндә Ленинград шоссеһының 41-се километрындағы туғандар ҡәберлегенән билдәһеҙ һалдат мәйете тантаналы рәүештә Александров баҡсаһына күсереп ерләнә.  

Билдәһеҙ һалдат көнөн булдырыу зарурлығы шуның менән аңлатыла: «Хәтер китабы»нда Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған совет һалдаттарының осһоҙ-ҡырыйһыҙ исемлегендә күп фамилияларҙың ҡаршыһында «хәбәрһеҙ юғалған» тип яҙылған. Һәләк булғандарҙың ерләү урыны күрһәтелмәгән. Уларҙың мәйеттәре яландарҙа, урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа ятып ҡалған Бик аҙҙарының ғына исемдәрен ҡайтарыуға өлгәшелә, ҡалғандары «билдәһеҙ һалдаттар» булып ҡала.