4 декабрь, Йәкшәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 17:35

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы РФ һайлау системаһына 20 йыл тулыуын билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Рәсәй Федерацияһының һайлау системаһына 20 йыл тулыуға бәйле тантаналы ултырыш үтте. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Фидус Ямалетдинов ҡатнашты.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев Рәсәйҙә һайлау системаһының барлыҡҡа килеүе, һайлау институтының үҫеше хаҡында һөйләне, Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2013 йылдың 8 сентябрендәге Берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһаны.

Хәйҙәр Вәлиев һуңғы йылдарҙа һайлау ҡануниәтендә булған яңы үҙгәрештәргә ентекле туҡталды. Беренсе тапҡыр һайлау күп партиялылыҡ шарттарында үтте. Бөтә сәйәси хәрәкәттәр вәкилдәре участка комиссиялары ойоштороуҙа ҡатнаша алды, уларҙың составы биш йылға һайланды.

Яңы үҙгәрештәр иҫәбендә бөтә ил буйынса Берҙәм тауыш көнө лә билдәләнде – 8 сентябрҙә.

Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Дәүләт йыйылышына һайлауҙарҙа бөтә участка комиссияларының килешеп эшләүҙәрен билдәләне. Уның әйтеүенсә, тауыш биреү көнөндә ҡағиҙә боҙоуҙар булманы тиерлек, ә күпселек мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар раҫланманы.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе коллегаларын Рәсәй һайлау системаһы тарихында матур ваҡиға – уның егерме йыллығы, шулай уҡ яҡынлашып килгән РФ Конституцияһының 20 йыллығы менән ҡотланы.

Һайлауҙарҙы ойоштороусылар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачевтың ҡулынан юғары наградалар алды. Шулай уҡ һайлау кампанияһын әүҙем сағылдырған   республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре билдәләнде. Журналистарға дипломдарҙы һәм сертификаттарҙы БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе тапшырҙы.