8 декабрь, Кесе йома

04 декабрь 2013 йыл, 17:05

14 декабрҙән Өфөлә яңы йыл алды ит йәрминкәләре башлана

автор: Галина Бахшиева

14 декабрҙән Өфөлә һәр ваҡыттағыса яңы йыл алды ит йәрминкәләре башлана.

— Йәрминкәләр шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә 29 декабргә тиклем боҙ ҡаласыҡтарынан буш кәмендә 10 сауҙа майҙансығында уҙғарыла, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе яраштырыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова.

2012 йылдың декабрендә Өфөләге ит баҙарҙарында һатылған продукция күләме 258,6 миллион һум тәшкил иткәйне.

Дөйөм алғанда, ул саҡта һатыуға 1016 тонна ит килтерелде. Тәҡдим ителгән ит күләменең күпселеге һыйыр ите – 572 тонна.

Бынан тыш, ит йәрминкәләре ваҡытында ауыл халҡы Өфөгә 271 тонна сусҡа, 111 тонна йылҡы, 62 тонна һарыҡ һәм 72 тонна ҡош-ҡорт ите килтерҙе.

Шул уҡ ваҡытта яңы йыл алды йәрминкәләрендә тауыҡ һәм ҡаҙ ите айырыуса ҙур талап менән файҙаланды – 33 һәм 25 тонна. Күркә һәм өйрәк ите өфөлөләргә 11 һәм 6,5 тонна күләмендә тәҡдим ителде. Шулай уҡ ҡышҡы йәрминкәләрҙә һатыуға 23 тонна бал сығарылды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе яраштырыу идаралығында.