9 декабрь, Йома

04 декабрь 2013 йыл, 17:03

Өфөлә «Turkvision-2013» халыҡ-ара йыр конкурсының төбәк этабы үткәрелә

автор: Розалия Вәлиева

«Turkvision-2013» халыҡ-ара йыр конкурсының төбәк этабы «Өфө уттары» күңел асыу комплексында 5 декабрҙә үткәрелә.

«Turkvision-2013» — төрки музыкаһын башҡарыусыларҙы бер сәхнәлә берләштерергә тейешле яңы халыҡ-ара йыр конкурсы.  Конкурстың һайлап алыу турында «Арғымак», «Бүреләр», «Һомай», «Һауа» төркөмдәре, башҡарыусыларҙан Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Сәғиҙулла Байегет, Диана Ишниязова, Рөстәм Ғиззәтуллин, Алина Дәүләтханова, МС Баш, Ян Лира, Илмир Моталов, Ильяс Кинйәғолов һәм «Дарман» ҡатнашасаҡ. Әзербайжан йырсыһы, «Евровидение-2011» йыр конкурсы еңеүсеһе Эльдар Ғасымов хөрмәтле ҡунаҡ буласаҡ.

 — Һайлап алыу турынан һуң 21 декабрҙә Төркиәнең Эскишехир ҡалаһында үтәсәк конкурс финалына әҙерлек башланасаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостандағы «Turkvision» йыр конкурсы етәксеһе, «Ҡурай-ТВ» каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева. — Беренсе урын яулаған башҡарыусы клип төшөрөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, һуңынан ул клип 20 ҡатнашыусы-илдә күрһәтеләсәк. Тәүге дүрт еңеүсегә егерме ил буйлап концерт турҙары ойоштороласаҡ.

Быйыл төрки донъяһының иң яҡшы тауышы исеменә Төркиәнән, Әзербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Грузиянан, Белоруссиянан, Молдованан, Македониянан, Ҡырым, Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан, Алтайҙан, Босния һәм Герцеговинанан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар көрәшәсәк. Конкурстың Гран-при яулаусыһы 20 мең евро күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. Беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын яулаусылар 10 мең евро аласаҡ.

Конкурс финалын «Ҡурай-ТВ» башҡорт музыкаль каналы күрһәтәсәк.

темалар: йыр конкурсы