5 декабрь, Дүшәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 15:45

2014 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 5554 һум тәшкил итәсәк

автор: Галина Бахшиева

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2014 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡын айына 5554 һум күләмендә билдәләүтураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Әлеге ваҡытта минималь эш хаҡы күләме 5205 һум тәшкил итә. Шулай итеп, ул киләһе йылдан 350 һумға тиерлек артасаҡ.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 2013 йылда минималь эш хаҡы күләме менән эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы нисбәте 67 процент тәшкил итәсәк, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында.

Әлеге ваҡытта 500 мең самаһы рәсәйле минималь эш хаҡы күләмендә эш хаҡы ала, ҡағиҙә булараҡ, улар өлөшләтә мәшғүллеккә йәлеп ителгәндәр.

2018 йылға минималь эш хаҡы күләме эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумын тәьмин итәсәк, тип  планлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер ул 7800 һум самаһы тәшкил итә.