6 декабрь, Шишәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 15:17

Вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә 600-ләп эш урыны тәҡдим ителә

автор: Галина Бахшиева

30-лап предприятие һәм ойошма 5 декабрҙә  Өфөнөң йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә  ҡатнашырға теләк белдерҙе.  

Йәрминкәне Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге — йәштәр хеҙмәт биржаһы ойоштора.

— Иртәгә үтәсәк йәрминкәлә эш биреүселәр йәштәргә 600-ләп эш урыны тәҡдим итәсәк. Тәҡдим ителгән өлкәләр араһында — хеҙмәтләндереү, сауҙа, һаҡ, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш, нәшриәт эшмәкәрлеге, коммуналь хужалыҡ һәм сәнәғәт, — тип хәбәр итте Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәте инспекторы Рәмилә Лушникова.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе һәр айҙың тәүге кесе йома көнөндә үткәрелә. Беренсе йәштәр өсөн даими вакансиялар йәрминкәһе Башҡортостан баш ҡалаһында 2012 йылдың 5 апрелендә үткәрелде.