4 декабрь, Йәкшәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 15:02

Республикала һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым - 8,6 кг

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында көн һайын һәр һыйырҙан уртаса 8,6-шар килограмм һөт алалар, былтырғы ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 100 грамға күберәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ете районда – Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы һәм Саҡмағош – һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 10 килограмдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында һәр һыйырға 12 килограмдан ашыу һөт тура килә.

Республикала йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса 3,5 тонна самаһы һөт һауып алынған.

Биш меңлек һөт рубежын әлегә тик Саҡмағош районы ғына, дүрт меңлек рубежды Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле һәм Өфө райондары үткән.

Республикала йыл башынан алып әлеге ваҡытҡа тулайым һауым 1,596 миллион тонна тиерлек тәшкил итә, 620,8 мең тонна самаһы һатылған. Һөт етештереү һәм һатыу буйынса лидерҙар булып элеккесә Саҡмағош, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондары ҡала.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йыл башынан алып халыҡтан 97,6 мең тонна самаһы һөт һатып алынған. Урындағы халыҡтан артыҡ һөтөн һатып алыу буйынса Илеш, Шаран, Миәкә, Йәрмәкәй һәм Баймаҡ райондарында эштәр яҡшы ҡуйылған. Был райондарҙың һәр ҡайһыһынан бөгөнгө көнгә халыҡтан 4091 тоннанан алып 4735 тоннаға тиклем һөт һатып алынған.