9 декабрь, Йома

04 декабрь 2013 йыл, 13:11

Башҡортостанда «Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы еңеүселәренең исемдәре аталды

автор: Эльмира Сабирова

«Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса республикала иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Йыл һайын РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Рәсәй медицина фәндәре академияһы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм «Медицинская газета» ойошторған был конкурс бөтә Рәсәй медиктар ярышының төбәк этабы булып тора.

Төбәк һаулыҡ һаҡлау матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда конкурс өс этапта уҙғарылды. Тәүҙә дауалау учреждениеларының иң яҡшы табиптары билдәләнде, аҙаҡ улар үҙҙәренең дауалау-профилактика учреждениеларының абруйын район һәм ҡала кимәлендә яҡланы. Республика масштабында лидерҙарҙы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының конкурс комиссияһы билдәләне. Ярышта еңеүгә дәғүә итеүсе 94 табип ҡатнашты, ә еңеүселәр 31 номинация буйынса билдәләнде.

Уларҙың исемдәре БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында баҫылған.

Еңеүселәр премия менән бүләкләнәсәк, шулай уҡ бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ. Башҡортостан табиптары күп тапҡырҙар бөтә ил масштабында еңеү яуланы.

Былтыр «Иң яҡшы табип-невролог» номинацияһында 5-се ҡала клиник дауаханаһы докторы Радмир Шәхмәмәтов икенсе урын яуланы. Өсөнсө урынға бер юлы бер нисә табип лайыҡ булды. Улар иҫәбендә «Иң яҡшы стоматолог» номинацияһында 8-се стоматология клиникаһы табип-ортопеды Алла Йыһаншина, «Иң яҡшы психиатр-нарколог» номинацияһында 1-се Республика психиатрия дауаханаһы баш табибының медицина өлкәһе буйынса урынбаҫары, суд-психиатрия эксперты Галина Захарова, «Иң яҡшы йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы» номинацияһында Республика кардиология диспансерының балалар кардиохирургия бүлеге мөдире Дмитрий Онегов, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ике вәкиле: «Иң яҡшы табип-нейрохирург» номинацияһында – нейрохирургия бүлеге мөдире Шамил Сафин һәм «Иң яҡшы табип-фтизиатр» номинацияһында – пульмонолог Ирина Әбдерахманова.