10 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 12:32

Ул башҡорт профессиональ театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе

автор: Владимир Романов

4 декабрҙә Башҡортостанда милли театрға нигеҙ һалған эшмәкәрҙәрҙең береһе – Ғәлимйән Харис улы Ҡарамышевтың тыуыуына 110 йыл тула.

Ул 1903 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Маҡар ауылында, хәҙерге Ишембай районында тыуған. 1913 йылда башланғыс рус мәктәбен, һуңынан мәҙрәсәне тамамлай. 1926-1927 йылдарҙа Мәскәү дәүләт кинематография техникумының актерҙар факультетында уҡый.

1919 йылда Ғәлимйән Ҡарамышев Башҡорт драма театры труппаһына инә һәм унда бер аҙ өҙөклөктәр менән 1970 йылға тиклем хеҙмәт итә. Тәү башлап Фазыл Туйкиндың «Ватан ҡаһармандары» драмаһы буйынса спектаклдә уйнай.

Ғәлимйән Ҡарамышевтың ижады үткер һәм сағыу комедиялылығы, һығылмалы тасуирилығы, характерҙарҙың аныҡ сағылышы менән айырылып тора. Уның төп репертуары – сатира акценты менән үткер характерлы ролдәр. Рус драматургияһының классик спектаклдәрендә – Николай Гоголдең «Ревизор»ында Бобчинский һәм «Женитьба»ла Кочкарев, Шмага (Александр Островскийҙың «Без вины виноватые»), Серебряков (Антон Чеховтың «Дядя Ваня»). Хәҙерге заман рус һәм башҡорт авторҙары драмаларында ул иҫ киткес итеп Незеласовты (Всеволод Ивановтың «Броненосец 14-69»,) Кокорышкинды (Леонид Леоновтың «Нашествие»), Исмәғилде (Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу»), Кусәрбайҙы (Ҡадир Даяндың «Таңсулпан») уйнай. Ғәлимйән Ҡарамышевтың  Әпкәләй (Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол»), Фәхри (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»), Кинйәбай (Сәғит Мифтаховтың «Зимагорҙар») ролдәре иң яҡшы ролдәр булды.

Ғәлимйән Ҡарамышев 1959 йыда Свердловск киностудияһында төшөрөлгән «Торна йыры» нәфис фильм-балетында Бер күҙле һунарсы ролендә төштө.

Үҙенең оҙайлы театр карьераһында Ғәлимйән Ҡарамышев күп тапҡырҙар юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. Уға РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы исемдәре бирелгән.

Ғәлимйән Харис улы 1977 йылдың 20 ғинуарында 74-се йәшенде вафат була һәм Өфөлә ерләнә. Ошо иҫ киткес артист һәм кеше йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Мәләүез районының Йомаҡ ауылында бер урам күренекле театр эшмәкәре исемен йөрөтә. Уның тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләр Википедияла, «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһында һәм Башҡорт энциклопедияһының 3-сө томында бар.

темалар: хәтер