5 декабрь, Дүшәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 11:04

«Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре билдәләнә

автор: Эльмира Сабирова

«Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы 4 декабрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрелә.

Бөтәһе 42 муниципаль китапхана системаһынан 116 проект тәҡдим ителгән.

Конкурсҡа видеороликтар тәүге тапҡыр ижади эш кеүек тәҡдим ителде (буктрейлерҙар — китап тураһында һөйләү, был китапты әле уҡымағандарҙы ҡыҙыҡһындырыу, китапты яратыуыңды белдереү ысулы).

Еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләйәсәктәр: «Мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ тураһында иң яҡшы китап»; «Башҡортостан тәбиғәте тураһында иң яҡшы китап»; «Бала саҡта иң яратҡан китап».

Шулай уҡ махсус дипломдар тапшырыласаҡ: «БР-ҙа иң уҡымлы китап» дипломына китаптары ҙур популярлыҡ яулаған өс автор – Марат Муллаҡаев, Людмила Чупахина, Дамир Шәрәфетдинов лайыҡ; «Йыл асышы» дипломын башлап яҙыусы, журналист  Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡалдырма, әсәй» китабы өсөн аласаҡ.

Сараны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана.