10 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2013 йыл, 9:45

Эконом-класс торлағы һатып алыуға исемлек төҙөү ҡағиҙәһе билдәләнде

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Федераль торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының эконом-класс торлағы төҙөү өсөн, шул иҫәптән бындай торлаҡ төҙөү маҡсатында комплекслы үҙләштереү өсөн бушлай файҙаланыуға йәки ҡуртымға тапшырылған ер участкаларында төҙөлгән йәки төҙөлөп ятҡан эконом-класс торлағы һатып алыуға хоҡуғы булған граждандар исемлеген төҙөү ҡағиҙәләре һәм күрһәтелгән граждандарҙы был исемлеккә индереү тәртибе тураһында» БР законына ҡул ҡуйҙы. Документ баҫылып сыҡты һәм ун көндән, йәғни 13 декабрҙә, көскә инәсәк.

Был закон проекты беренсе уҡыуҙа республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан быйыл 27 июндә ҡабул ителгәйне.  Республика парламентының һуңғы ултырышында, 28 ноябрҙә, ҡануниәтселәр уны һуңғы уҡыуҙа хупланы.  

Закон льготалы торлаҡ алыуға дәғүә итеүсе граждандар исемлеген төҙөү процедураһының асыҡлығын арттырыуға йүнәлтелгән. Документта  төп мәсьәләләр — бындай күсемһеҙ милеккә кемдең хоҡуғы бар, ғаризалар нисек бирелә, иҫәпкә алына һәм ҡарала, аукциондар һөҙөмтәләре тураһында протокол менән билдәләнгән шарттарҙа эконом-класс торлағы һатып алырға ризалашҡан граждандар исемлеге нисек төҙөлә – тәфсирләп яҙылған.  

Хәҙер бөтә ғаризалар биргән көндән һәм ваҡыттан сығып сиратҡа тороу тәртибендә теркәлергә тейеш. Ғариза биргәндән һуң ун эш көнө эсендә урындағы үҙидара органы гражданды исемлеккә индереү тураһында ҡарар ҡабул итергә һәм уға был ҡарар тураһында яҙма рәүештә хәбәр итергә тейеш. Законда шулай уҡ эконом-класс торлағына сиратҡа индереүҙе кире ҡағыу сәбәбе лә ентекле яҙылған.

Эконом-класс торлағы төҙөү өсөн тапшырылған ер участкаһы урынлашҡан территориялағы биләмә, ҡала округы башлығы торлаҡ алырға ризалашҡан граждандар исемлеген раҫлай. Шулай уҡ ул эконом-класс торлағы һатып алырға ризалашҡан граждандар исемлеге баҫылырға тейешле рәсми киң мәғлүмәт сараһын да билдәләй.

Яңы закон эконом-класс торлағы һатып алыуға ғариза биреү, иҫәпкә алыу һәм ҡарауҙың аныҡ һәм асыҡ тәртибен раҫлай, яҡтарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләй.