11 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2013 йыл, 17:31

ВТБ етәкселеге «Газпром нефтехим Салауат» менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе тикшерә

автор: "Башинформ"

2 декабрҙә ВТБ етәкселеге «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство территорияһында булды. Сәфәрҙең маҡсаты — хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшереү, шул иҫәптән акрил кислотаһы етештереү буйынса яңы комплекс төҙөлөшөн финанслау өлкәһендә лә.

«Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – ВТБ-ның стратегик клиенты, компаниялар байтаҡ проекттар буйынса партнерлыҡты әүҙем үҫтерергә планлаштыра. Хәҙер предприятиеның кредит портфелендә банктың өлөшө 50 проценттан ашыу тәшкил итә (ВТБ банкында «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кредит портфеле — 30 миллиард һум самаһы). Гарантиялы операциялар буйынса әүҙем хеҙмәттәшлек алып барыла. Йыл башынан алып бирелгән гарантиялар күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Банк шулай уҡ компания менән иҫәп-хисап-касса, конверсия һәм депозит операциялары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә.

Сәфәр барышында «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте территорияһында акрил кислотаһы етештереү буйынса яңы комплекс нигеҙенә  символик «алтын» свай ҡуйыу тантанаһы үтте. Тантанала  идара ағзаһы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг, газ һәм шыйыҡ углеводородтар эшкәртеү департаменты начальнигы Кирилл Селезнев, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының генераль директоры Дамир Шәүәлиев, ВТБ банкы президентының беренсе урынбаҫары – банк идараһы рәйесе Юрий Соловьев һәм башҡалар ҡатнашты.

темалар: втб