8 декабрь, Кесе йома

03 декабрь 2013 йыл, 17:02

«Өфө» аэропорты былтырғыға ҡарағанда 16 процентҡа күберәк пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе

автор: Розалия Вәлиева

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты 2013 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса былтырғыға ҡарағанда 16 процентҡа күберәк пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерҙе. Пассажирҙарҙың дөйөм иҫәбе 2 миллион 49 меңдән ашып китте, тип хәбәр итә Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте.

Өфөнән осоусы пассажирҙар һаны 1 миллион 17 мең тәшкил итте (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда үҫеш 15 процент). 1 миллион 3 мең пассажир ҡабул ителде (үҫеш 17 процент). Шул иҫәптән эске линияларҙа 663 мең кеше оҙатылды һәм 650 мең ҡабул ителде (былтырғы 11 ай йомғаҡтары менән сағыштырғанда 8 һәм 10 процентҡа күберәк). Төп үҫеш халыҡ-ара йүнәлештәрҙә теркәлгән: сит илгә осоусылар 354 мең кешенән ашыу тәшкил итте (үҫеш 32 процент), 353 мең кеше ҡабул ителде.

Самолеттарҙың осоу һаны ла артты: 13 мең 280 осоу-ултырыу операцияһы башҡарылды, был 2012 йылдың 11 айына ҡарағанда 15 процентҡа артығыраҡ. Йөк ташыуҙар күләме 3 мең 185 тонна тәшкил итте, был былтырғы күрһәткестән ете процентҡа күберәк.