9 декабрь, Йома

03 декабрь 2013 йыл, 16:14

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының проекты ТЭФИ яуланы

автор: Сергей Захаров | фото: БЮТ матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҙур сумаҙан. Трубадурҙың акустик сәйәхәте» транс-медиа проекты телевидение сәнғәте өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн «ТЭФИ» Рәсәй милли телевизион премияһын яуланы.

Былтыр ноябрҙә Ҡазанда «ТЭФИ-Төбәк» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы сиктәрендә уҙғарылған«Питчинг идей» конкурсында был проект иң яҡшыһы тип танылғайны.

Шулай уҡ гимнастка Ләйсән Үтәшева тураһында «Не хочу быть несломленной» фильмы өсөн Гөлназ Ғәлимуллина махсус приз менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр БЮТ матбуғат хеҙмәтендә.

«ТЭФИ-Төбәк 2013» конкурсы финалы Екатеринбургта тамамланды. Быйыл 20 номинация наградаһына Рәсәйҙең 116 ҡалаһынан 186 телекомпанияның 520 эше дәғүә итте.