3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2013 йыл, 15:57

Яңы йыл төнөндә Өфө өҫтөндәге күк йөҙөн байрам салюты биҙәйәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Яңы йыл төнөндә ҡала Советы бинаһы алдындағы майҙанда өфөлөләр иҫ киткес тамаша ҡарай аласаҡ – күк йөҙөн байрам салюты биҙәйәсәк. Был турала Өфө мэрияһының оператив кәңәшмәһендә Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов хәбәр итте.

Һәр ваҡыттағыса ҡышҡы тантаналар теҙмәһе 20 декабрҙә Ҡыш бабайҙар парады менән асыла, ул «Аҡбузат» ипподромы алдындағы майҙанда үтә. Унда 1500-ҙән ашыу төрлө геройҙар булып кейенгән артистар ҡатнашасаҡ. Һуңынан 23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында Президент шыршыһы үткәрелә. Ҡаланың бөтә Мәҙәниәт һарайҙарында яңы йыл иртәләре 24 декабрҙә үтә.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, Ленин исемендәге майҙанда ҡаланың төп шыршыһын 25 декабрҙә асыу планлаштырыла. Шулай уҡ яңы йыл иллюминацияһын 15 декабргә тиклем ҡабыҙырға тырышырға кәрәк, тип билдәләне ҡала начальнигы. Боҙ ҡаласыҡтары өфөлөләрҙе былтырғы кеүек оҙаҡ ҡыуандырасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Ялалов.