Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Өфөлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә 2013 йылдың 5-6 декабрендә Рәсәй Федерацияһы һайлау системаһының 20 йыллығына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрә.

Сара программаһында – пленар ултырыш һәм секциялар буйынса эш. Конференция барышында һайлау системаһы институттарының үҫеш тәжрибәһе, һайлау процесында субъекттарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу практикаһы ҡараласаҡ.

Өс секцияла эшләү күҙаллана: «Рәсәй һайлау ҡануниәте һәм донъя практикаһы: дөйөм һәм үҙенсәлекле», «Заманса Рәсәйҙә һәм уның төбәктәрендә электораль процестар: үҫеш йүнәлештәре һәм үҙенсәлектәре»; «Хоҡуҡи мәҙәнилек, электораль әүҙемлекте арттырыу: проблемалар һәм перспективалар».

Форум сиктәрендә РФ субъекттарының һайлау комиссиялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡултамғалар йыйыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть