6 декабрь, Шишәмбе

03 декабрь 2013 йыл, 14:35

Рәсәйҙә Юристар көнө билдәләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 3 декабрҙә, Рәсәйҙә Юристар көнө билдәләнә. Байрам 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән ҡабул ителгән. Быға тиклем Рәсәйҙә юристарҙың бер ниндәй ҙә байрамдары булмаған.

Юрист профессияһының төп маҡсаты – законлы ғәҙеллек булдырыу. Донъяла шул тиклем яуаплы, хөрмәтле, абруйлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һөнәрҙәр күп түгел. Закондарҙың мотлаҡ үтәлеше, дәүләттең йәшәйеше һәм хоҡуҡи ойошторолоуы тап судьялар һәм адвокаттарҙан, прокурорҙар һәм приставтарҙан тора.

Бала хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә юристар ҙур роль уйнай: бәлиғ булмаған балаларға һәм уларҙың законлы вәкилдәренә хоҡуҡтары тураһында консультациялар бирә, документтар әҙерләүҙә ярҙам итә, билдәләнгән осраҡтарҙа бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын судта яҡлай.

Һуңғы йылдарҙа РФ Мәғариф министрлығында йәш юристарҙың сифатлы әҙерлеге тураһында мәсьәлә киҫкен тора – юридик вуздарҙың һанын кәметеү, был һөнәр буйынса ситтән тороп уҡыу формаһын бөтөрөү тураһында тәҡдимдәр индерелде. Министрлыҡ баһалауынса, Рәсәй вуздарында 700 меңдән ашыу студент уҡый, улар академик курстарҙы үткәндән һуң юрист дипломы ала.

Һөнәри байрамдары менән коллегаларын Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Павел Крашенинников ҡотланы. Был юлы байрам ҡәҙимге түгел, сөнки быйыл илдең төп законы – Коституцияның 20 йыллығын билдәләйбеҙ, тип билдәләне ул.

— Быйылғы йыл беҙҙең өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы, эшмәкәрлектең нотариат өлкәһен реформалаштырырға тейешбеҙ. Шулай уҡ Юғары суд Юғары арбитраж суды менән берләштереләсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙенең ҡотлауында Павел Крашенинников.