Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы бизнесҡа өйрәтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уҡыусылар һәм студенттар өсөн бизнес-мәктәп аса. Курс быйыл декабрҙә башлана һәм ун аҙна дауам итәсәк. Был турала БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров хәбәр итте.

Проекта ҡатнашыусылар тәғәйен предприятиеларҙа бизнес-процестар менән таныша аласаҡ, ә уларҙың етәкселәре уңыш серҙәре менән бүлешеү генә түгел, ҡыйынлыҡтар, уларҙы еңеп сығыу алымдары тураһында һөйләйәсәк.

Дәрестәрҙе ял көндәрендә үткәрергә планлаштырыла. Программа нигеҙендә — тренингтар һәм уйын формаһында моделдәр төҙөү, лекциялар, эксперттар менән түңәрәк өҫтәлдәр, индивидуаль һәм команда менән проекттар эшләү. Уҡыу тамамланғандан һуң балаларҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эшләй башлау, белгестәр командаларының береһенә эләгеү мөмкинлеге бар

— Уҡытыу бурысы — үҙең тирәләй «башҡа мейеле» йәштәрҙән даирә булдырыу, — тип билдәләне Юрий Пустовгаров. — Бизнес-мәктәп Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҙур ҡалаларында эшләйәсәк, тип планлаштырыла.

Бизнес-мәктәптә уҡытыу түләүле. Беренсе этап — туғыҙ мең һум. Тулы мәғлүмәттәр — БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть