Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Туҡталыштарҙа “почта тәҙрәләре” асырға планлаштырыла

Йәмғиәт

Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ҡабул итеү өсөн «почта тәҙрәләре» асыу  планлаштырыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәй Почтаһы филиалының Федераль почта хеҙмәте идаралығы матбуғат секретары Борис Слуцкий.

Түләү пункттары асыуҙы Затон күперенә ингән саҡта «Йәшел тау» туҡталышында асылған беренсе почта тәҙрәһе эшмәкәрлегенә анализ яһағандан һуң хәл итәсәктәр.

— Беҙ был пункттың рентабеллелегенә анализ яһаясаҡбыҙ, — тип аңлатты Борис Слуцкий. — Әлбиттә, бындай почта бүлексәләре булдырыуҙың маҡсаты — аҡса эшләү түгел, ә сираттарҙы кәметеү. Әгәр уларҙың эшмәкәрлеге зыян килтермәһә, бындай тәҙрәләр ҡалала ла асыласаҡ.  Беренсе сиратта, Сипайлово биҫтәһендә, унда 120 мең кешегә ни бары дүрт почта бүлексәһе тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть