Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 16,5 мең эшһеҙ өфөлө эшкә урынлашты

Иҡтисад

2013 йыл башынан алып мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 16,5 меңдән ашыу эшһеҙ өфөлө эшкә урынлашҡан. 1,8 меңдән күберәк кеше хеҙмәт баҙарында кәрәкле профессияларға бушлай уҡырға һәм яңынан уҡырға ебәрелгән.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһында, йыл башынан алып 12,5 мең самаһы өфөлө эшһеҙ статусы алған. Ошо уҡ осорҙа 13,7 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәптән төшкән.

Әлеге ваҡытта баш ҡалала эшһеҙлек кимәле 1,11 процент тәшкил итә.

Баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә бөтәһе 6,7 меңдән күберәк кеше иҫәптә тора.

Шул уҡ ваҡытта ҡала вакансиялар банкында хәҙер 13 мең тирәһе эш урыны бар, уға 6,2 меңдән ашыу рәсми теркәлгән эшһеҙ дәғүә итә. Көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙҙәрҙең вакансиялар һанына нисбәте Өфөлә 0,52-гә тиң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть