10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2013 йыл, 12:48

Башҡортостан делегацияһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса IV Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша

автор: Галина Бахшиева

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса IV бөтә Рәсәй съезы эшендә ҡатнаша. Делегация составында – БР Экология министрлығы, БР буйынса Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү идаралығы, сәнәғәт предприятиелары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре.

РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Донской сығыш яһап, илдә һуңғы 10 йылда тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә  ниндәй ҙә булһа етди үҙгәрештәр булманы, тип билдәләне. Рәсәйҙең 2/3 майҙаны үҙенең тәбиғи йөҙөн һаҡлауға ҡарамаҫтан, кешенең тирә-яҡ мөхиткә кире мөнәсәбәте элеккесә юғары булып ҡала.

Атмосфера һауаһын, һыу объекттарын бысратыу, ҡалдыҡтарҙы законлы нигеҙҙә бүленмәгән урындарға сығарыу – был экологик проблемалар заманса хәл итеү ысулдарын талап итә.

— Экологик хәлде киҫкенләштереүсе сәбәптәр араһынан Сергей Донской ҡануниәттең йомшарыуын, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау сараларын ҡалдыҡ принцибы буйынса финанслауҙы билдәләне, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса IV Бөтә Рәсәй съезы делегаты, Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат сәркәтибе Нина Никандрова. — Хәҙер ил төбәктәрендә килеп тыуған хәлде ваҡыт үтеү менән төҙәтергә мөмкинлек бирәсәк саралар ҡулланыла. «Йәшел» иҡтисадҡа күсеүгә, экологик таҙа технологияларҙы индереүгә дәртләндереүсе механизмдар булдырыла.

Уның әйтеүенсә, съезд йомғаҡтары буйынса уның делегаттары «тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре буйынса туплаусы позициялар булдырасаҡ, шулай уҡ яҡын йылдарға Рәсәйҙең йәшел сәйәсәте нигеҙҙәрен аныҡ билдәләйәсәк».

Шул арала, бөгөн Мәскәүҙә барған съезд сиктәрендә, 4 декабрҙә бөтә Рәсәй йәштәр экологик форумы үткәрелә. Уның маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәрәкәтте ойоштороу менән бәйле сараларға йәштәрҙе әүҙем йәлеп итеү.

Рәсәй Тәбиғәт министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, илдең бөтә төбәктәренән ҡатнашыусылар форумда тәбиғәтте һаҡлау  өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлаша, шулай уҡ  дәүләт власы органдары ярҙамында тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең яңы йүнәлештәрен билдәләй аласаҡ.

Студенттар һәм уҡыусылар ағас ултыртыу, сүп-сарҙы йыйыштырыу, йылға-күлдәрҙе һаҡлау, экологик дәрестәр үткәреү, волонтер хәрәкәттәрен һәм башҡа көнүҙәк проекттарҙы ойоштороу буйынса үҙ тәжрибәһе хаҡында һөйләйәсәк.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса IV Бөтә Рәсәй съезы һәм I Бөтә Рәсәй экологик форумы йомғаҡтары буйынса тантаналы кисә үткәрелә. Программала – дәүләт һәм Рәсәй Тәбиғәт министрлығының ведомство наградаларын, тирә яҡ мөхитте һаҡлау-2013 өлкәһендә Мәскәү Хөкүмәте премияларын, «Экологик үҫеш— Evolution Awards-2013» бөтә Рәсәй премияларын тапшырыу тантанаһы, шулай уҡ В.М.Песков исемендәге «Тәбиғәт менән гармонияла» конкурсына йомғаҡ яһау.

темалар: экология,съезд