3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2013 йыл, 11:03

Өфөлә милли баҫмаларҙы үҫтереү перспективаларын тикшерҙеләр

автор: Сергей Захаров

Өфөлә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы инициативаһы менән башҡорт һәм татар ваҡытлы матбуғат саралары өсөн семинарҙар ойошторолдо. Унда милли баҫмаларҙы үҫтереү проблемалары һәм перспективалары тикшерелде. Сарала республика, ҡала, район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре, тәржемәселәре, «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Агентлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа һөнәри тәжрибә менән уртаҡлаштылар, ваҡытлы матбуғат сараларының йөкмәткеһен һәм сифатын яҡшыртыу буйынса тәғәйен тәҡдимдәр яңғыраны.

Докладтар менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева, Башҡорт дәүләт педуниверситеты профессоры Миңһылыу Усманова, БДПУ доценты Раушания Гәрәева, БР Матбуғат агентлығы белгестәре, башҡорт һәм татар телендә нәшер ителгән республиканың төп киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Атап әйткәндә, ижтимағи-сәйәси текстарҙы тәржемә итеү үҙенсәлектәре һәм гәзиттәрҙе социаль селтәрҙәргә сығарыу, татар телендәге баҫмаларҙың стилистик һәм жанр төрлөлөгө, башҡорт баҫмаларында телдең лексик үҙенсәлектәре, уҡыусылар менән эшләүҙең яңы формалары тураһында һүҙ барҙы.

— Бындай семинарҙар матбуғат өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең тел квалификацияһын күтәреүҙә бик файҙалы, — тип билдәләне республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.

Уның фекеренсә, уҡытыу курстары, беренсе сиратта, район, ҡала һәм берләштерелгән редакцияларҙа башҡорт һәм татар телен яҡшы белгән белгестәр етешмәүе; әҙәби тел нормаларын күҙәтмәү менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә.