11 декабрь, Йәкшәмбе

02 декабрь 2013 йыл, 17:45

Яңы йыл каникулдары Башҡортостанда 8 көнгә һуҙыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһында Яңы йыл каникулдары 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарға, 7 ғинуар Раштыуа байрамына тура килә, улар эшләмәгән байрам көндәре булып иҫәпләнә,  тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.

2014 йылда эшләмәгән байрам көндәре 4 һәм 5 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тап килә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, ял көндәре – шәмбе 4 ғинуарҙан 2 майға, йәкшәмбе 5 ғинуарҙан  йома 13 июнгә күсерелә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында байрамдарға бәйле 2014 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары Башҡортостанда ял көндәре булып иҫәпләнә. 2013 йылдың 31 декабрендә эш оҙонлоғо бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.