Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Олимпия уты Эстафетаһы көндәрендә Өфөлә юл хәрәкәте ябыла

Спорт

Өфөгә Олимпия уты Эстафетаһы яҡынлаша. Был мөһим ваҡиға Башҡортостандың баш ҡалаһында 20 һәм 21 декабрҙә үтә. Эстафетаны үткәреү ваҡытында ҡалала юл хәрәкәте туҡтатыла.

20 декабрҙә түбәндәге урамдар ябыла:

10.10 — 11.47 — Вокзал эргәһе майҙаны — К.Маркс — Пушкин — Зәки Вәлиди — Туҡай;

11.47 — 12.26 — Совет — Цюрупа — Сочи;

12.26 — 15.00 — Софья Перовская — Аврора — Эшсе-хәбәрселәр — С.Кувыкин — Менделеев;

15.03 — 16.07 —СССР-ҙың 50 йыллығы — Комсомол — Урман техникумы — Сипайлово;

16.07 — 18.30 — Ю.Гагарин — Академик Королев — Маршал Жуков — Сипайлово— Менделеев — Аврора.

21 декабрҙә ябыласаҡ урамдар:

9.00 — 9.40 — Сельская Богородская — Интернациональ — Вологодский — Орджоникидзе — Беренсе май;

10.14 — 11.40 — Конституция — Комаров — Тоннелле

11.47 — 13.27 — Октябрь проспекты — СССР-ҙың 50 йыллығы — Р.Зорге —Галле ҡалаһы — Әй;

13.35 — 13.59 — Революцион — Минһажев — Октябрҙең 50 йыллығы — Цюрупа;

14.01 — 15.45 — Киров — Ветошников — Чернышевский — Октябрь революцияһы;

15.47 — 16.49 — Зәки Вәлиди — Театр — Пушкин — Ғафури — Коммунистик;

16.51 — 18.30 — Ленин — Достоевский —Ибраһимов бульвары — Ленин — Цюрупа.

Эстафета байрамы «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһында Олимпия утын тоҡандырыу менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть