Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт аграр университеты бөтә Рәсәй конкурсы призеры

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт аграр университеты Барнаулда үткән Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының VII Бөтә Рәсәй махсус студент отрядтары слетында ҡатнашты. Алтайға 40 төбәктән делегациялар йыйылды.

Слет беренсе тапҡыр Урал аръяғында үткәрелә, элек уны Рязань, Волгоград, Кострома, Мәскәү һәм Өфө ҡабул итте.

Башҡорт аграр университеты исеменән хеҙмәт отрядтары штабы етәксеһе, «Башаҡ» махсус студенттар отряды командиры Азат Шәрәфетдинов, «Башаҡ»тың комиссары, механика факультетының III курс студенты Динар Хафизов һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының махсус студент отрядтары ветерандар советы рәйесе Рим Әбләйев ҡатнашты.

Слет һөҙөмтәләре буйынса студент отрядтары эшмәкәрлеген иң яҡшы ойоштороусы аграр вуздар исемдәрен иғлан иттеләр. Был конкурста Рәсәйҙең бөтә 59 аграр юғары уҡыу йорто ҡатнашты. Башҡорт дәүләт аграр университетының «Башаҡ» махсус студенттар отряды конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Студенттар отрядтары эшмәкәрлеген иң яҡшы ойоштороусы уҡыу йорто» номинацияһында икенсе урын яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть