8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2013 йыл, 16:16

«Кроношпан» — «экологик монстр» түгел, ә заманса предприятие»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты «Өфө» журналында баҫылған интервьюла «кроношпан ғауғаһына» баһа бирҙе.

— Талаштар һәм конфликттар асылда иһә емергес. Тик был осраҡта һөҙөмтәләр мәҡәлдәге кеүек – «яҡшыһыҙ яман булмаҫ, яманһыҙ яҡшы булмаҫ». Инвесторҙар объекттарҙы төҙөгәндә ябайлаштырылған алымдарға юл ҡуйылмаясағын аңланы. Республика территорияһында төҙөлөш һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп булмай, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы әйтеүенсә, хәҙер инвесторҙар документтарҙы тәртипкә килтерә, бөтә һығымталарҙы ала, шул иҫәптән экологик та, шул саҡта конфликт бөтөргә тейеш.

— Ҡалала йәшәүселәр «Кроношпан» — «экологик монстр» түгел, ә яҡшы заманса предприятие буласағына инанасаҡ, ул меңләгән кешегә яҡшы эш һәм хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, урман хужалығын тәртипкә килтереп буласаҡ, — тип ышаныс белдерҙе Президент.

«Өфө эргәһендә һәм республикала кеше өсөн зыянлы һәм хәүефле бер ниндәй ҙә производство төҙөлмәйәсәк. Бөтә ҡарарҙар етди тикшереүҙәр үткәреп һәм йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып ҡына ҡабул ителәсәк», тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе, бөтә ҡабул ителгән ҡарарҙар үтәлергә тейеш, тип иҫәпләй. Һәм бында яҡлауҙарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.