Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Сода производствоһын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе асыҡ ҡала

Сәйәсәт

— Сода производствоһын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә асыҡ көйөнсә ҡала, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Уфа» журналының баш мөхәрриренә интервьюла. — Хәҙер республиканың Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында геологик эҙләнеүҙәр алып барыла. Сеймалһыҙ комбинат эшләй алмаясаҡ. Был бәхәсһеҙ. «Сода» эшләүҙән туҡтап, биш меңгә яҡын кешенең эшһеҙ ҡалыуын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Шуға күрә сеймал, эзбиз ятҡылығын эҙләп табырға кәрәк.  

Шул уҡ ваҡытта республика башлығы Башҡортостан сода компанияһында (БСК) етди модернизация алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, уға «әгәр беҙ «Башҡортостан химияһы» компанияһы менән альянстан баш тартҡан булһаҡ, республиканың үҙенең аҡсаһы бер ваҡытта ла етмәҫ ине. Уның ҡарауы, бөгөн БСК кальцийлы сода етештереү буйынса Европала беренсе урынды биләй».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть