Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Фотоға төшөрөү оҫталығы академияһы бер юлы дүрт күргәҙмә тәҡдим итә

Мәҙәниәт

Өфө Фотоға төшөрөү оҫталығы академияһы 7 декабрҙә«Болот» заманса сәнғәт үҙәгендә (Баҡалы урамы, 3) үҙенең юбилей күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Тап биш йыл элек был көндө Фотоға төшөрөү оҫталығы академияһы – шәхси уҡыу йорто барлыҡҡа килә, унда теләүселәрҙең барыһы ла уникаль автор программалары буйынса фотоға төшөрөү оҫталығына өйрәнә, шулай уҡ даими яңыртылып торған уҡытыу программаларына ярашлы үҙҙәренең профессиональ кимәлен үҫтерә.

Юбилей айҡанлы «Болот»та «¡Hola Испания!», «Истанбул: ваҡыттар сағылышы», «Һәр кемдең үҙ еңеүе», «Тосканда көҙ» темаларына фотокүргәҙмәләр тантаналы асыласаҡ.

Кисә программаһында – оҫталыҡ кластары үткәреү, йырсы Владимир Колесниковтың сығышы.

Экспозицияның дөйөм майҙаны бер мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Фотографияларҙың авторҙары – Академияны тамамлаусылар һәм уҡытыусылар.

Күргәҙмә 7 декабрҙә 17 сәғәттә асыла. Инеү бушлай.

Күргәҙмә 22 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть