Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырырға йыйыналар

Йәмғиәт

Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында 8 декабрҙә Халыҡ-ара Евразия металлистар федерацияһының 20 йыллығына арналған Халыҡ-ара йәштәр форумы үткәрелә. Сараны ойоштороусы —машиналар эшләү тармаҡтарының Профсоюз ойошмалары ассоциацияһы. Форумда Рәсәйҙең машиналар эшләү предприятиеларынан эшсе һөнәрҙәре вәкилдәре, Украинанан, Төркиәнән делегациялар; БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Сараның төп маҡсаты — эшсе йәштәрҙең көнүҙәк проблемаларына иғтибар йәлеп итеү, тармаҡта квалификациялы эшсе хеҙмәтенең абруйын күтәреү, хеҙмәтсәндәрҙең өҙлөкһөҙ һөнәри үҫешен яҡлау, эшселәрҙең ҡаҙаныштарын, тәжрибәһен, эш алымдарын пропагандалау, предприятиеларға йәштәрҙе йәлеп итеү, тип хәбәр иттеләр БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть