9 декабрь, Йома

02 декабрь 2013 йыл, 11:45

Төбәк етәксеһе ҡиммәтле йәнлек тиреһенә махсуслашҡан республикала берҙән-бер фермала булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Күгәрсен районында Рөстәм Хәмитов республикала беренсе ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеүгә махсуслашҡан фермала булды. Мәҡсүт ауылы эргәһендә урынлашҡан хужалыҡта 17 мең баштан ашыу ҡиммәтле тиреле йәнлектәр аҫрайҙар. 2014 йылда Даниянан 2400 баш шәшке индерергә планлаштыралар.

Ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙе үрсетеү өсөн 12 миллион һумдан күберәк суммаға техника һатып алынған. Йәнлектәрҙе аҫрау өсөн 70-ләп махсус ситлек төҙөлгән, уларҙың һәр ҡайһыһы хайуандар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Европа стандарттарына ярашлы итеп эшләнгән.

Рөстәм Хәмитов һуңғы тапҡыр былтыр мартта килеп киткәндән һуң бында хәтһеҙ үҙгәрештәр булыуын билдәләне.

Предприятиеның перспективалары ҙур, тип һөйләнеләр Президентҡа уның етәкселәре. Бер нисә йылдан уларҙың йәнлек фермаһы илдә иң эреләрҙең береһенә әйләнәсәк, тип ышана улар. Тиҙҙән «Октябрь» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтенә Финляндиянан аҡ төлкө тиреләрен эшкәртеү өсөн ҡорамалдар килтереләсәк.