3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2013 йыл, 10:22

Башҡортостан Президенты Ейәнсура районындағы агротуризм үҫеше менән танышты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ейәнсура районының «Ҡарабирҙе» крәҫтиән (фермер) хужалығы миҫалында агротуризм үҫеше менән танышты. Хужалыҡ 2009 йылда асыла, үҫемлекселек һәм малсылыҡ кеүек традицион йүнәлештәрҙән тыш, бында ауыл туризмын үҫтереү буйынса планлы һәм системалы эш алып барыла. Предприятие 206 гектар һөрөнтө ерҙе ҡуртымға алған. Хужалыҡтың заманса ауыл хужалығы техника паркы бар.

Агротуризмды үҫтереүгә ярашлы, бөтә уңайлыҡтары булған ике коттедж төҙөлгән, эргәлә быуа эшләнгән, унда карп, толстолобик һәм аҡ амур үрсетәләр. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 17 миллион һум самаһы тәшкил иткән. 4 километр оҙонлоғондағы газ торбаһын үткәреү проектлау стадияһында.