8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2013 йыл, 9:28

Рөстәм Хәмитов Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарына барҙы, унда социаль инфраструктура объекттарында, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларында булды.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Иҫәнғол ауылында төҙөлөп ятҡан 140 урынлыҡ балалар баҡсаһын, Ишемғолда дөйөм белем биреү мәктәбен, Хоҙайбәндәлә «Маяҡ» ауыл хужалығы предприятиеһын һәм агротуризмды үҫтереү менән шөғөлләнеүсе «Ҡарабирҙе» крәҫтиән-фермер хужалығын ҡараны.

Күгәрсен районында Мәҡсүт ауылында Президент республикала беренсе ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеүгә махсуслашҡан фермала булды. Мораҡ ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы.

Республика етәксеһе шулай уҡ Яңы Хвалын утарында яңыртылған ауыл Мәҙәниәт йортон ҡараны, реконструкциялағандан һуң клуб, фельдшер-акушер пункты һәм китапхана бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан.

Эш сәфәрен тамамлап, Рөстәм Хәмитов Һатлыҡ ауылы халҡы менән аралашты, улар элек Заречный урамына асфальт түшәүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. Ул урындағы әһәмиәттәге Мораҡ – Побоище автомобиль юлы аша үтә.

2,3 километр оҙонлоғондагы участкала ремонт тулы күләмдә башҡарылған. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров әйтеүенсә, 2014 йылдың йәйенә юлдың 6,6 километр оҙонлоғондағы ҡалған өлөшөнә асфальт түшәргә планлаштырыла.