11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 17:41

Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов Башҡортостан халҡын ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһы депутаты, Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитет ағзаһы Марсель Йосопов «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Балаҡатай районынан бер ҡатын тыуған ауылында мәсет төҙөлөшөн тамамларға ярҙам итеүҙәрен һорап депутатҡа мөрәжәғәт итте. Ауылдаштар үҙҙәре иғәнә йыйып мәсет төҙөй башлаған, әммә тамамларға аҡса етмәй. Әлеге ваҡытта тәҙрәләр ҡуйырға, газ, һыу үткәрергә һәм бинаның эсен биҙәргә кәрәк.

Өфө районында йәшәүсе ир парламентарийға Подымалов ауылында ер участкаһына ҡуртым килешеүен оҙайтырға булышлыҡ итеүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итте. Граждан кәрәкле документтарҙы муниципаль берәмек хакимиәтенә тапшырған, әммә яуап ала алмай.

Бынан тыш, депутатҡа республика муниципаль берәмектәренең яҡташтар активистары һәм Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре килде.

Депутат ҡабул итеүгә килгән һәр кешенең проблемалары менән ентекле танышты. Граждандарҙың бөтә мөрәжәғәттәре билдәләнгән ваҡытта ҡараласаҡ һәм кешеләр реаль ярҙам аласаҡ.