3 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 17:25

Күмертау автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыуға 19 предприятие йәлеп ителәсәк

автор: Людмила Терновая

Алдағы ҡышта автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыуҙа Күмертауҙың муниципаль хеҙмәттәренә төрлө милекселек формаһындағы 19 предприятие ярҙам итәсәк. Был турала мәғлүмәт ҡала Советының 26-сы ултырышында иғлан ителде. Белгестәр әйтеүенсә, планды бойомға ашырыу урындағы дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын ҡарҙан ваҡытында таҙартыу мөмкинлеге бирәсәк. Бындай бергәләп эшләү тәжрибәһе ҡалала бер нисә йыл элек ойошторолған. Әлеге ваҡытта муниципаль унитар предприятие ҡарамағындағы 14 техника берәмеге урындағы бөтә 177 км юлды солғап ала алмай. Тәжрибәнән күренеүенсә, күмәк тырышлыҡ менән ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһен йылдам хәл итергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.