6 декабрь, Шишәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 17:05

Төбәк президенты төҙөлөш материалдары етештереү заводында булды

автор: Эльвира Латипова, Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районы буйлап эш сәфәре барышында керамик кирбес һәм күҙәнәкле блоктар етештереү буйынса «Ҡыҙыл Таш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.

Завод бер ай элек эш башланы, әлеге ваҡытта предприятиела  технологик линияларҙы көйләйҙәр. Предприятие  проект ҡеүәтенең 25 проценты күләмендә эш менән тәьмин ителгән. Завод йылына 80 миллион дана шартлы кирбес (тәүлегенә 225-227 мең дана) сығара ала. Завод йыл һайын төрлө ҡатлы 300 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирә.

Етештереү өсөн сеймал Талбазы кирбес балсығы ятҡылығынан алына.

Заводтың төп продукцияһы — ул 14 кирбес ҙурлығында күҙәнәкле блоктар. Улар бинаның 525-640 мм ҡалынлығындағы тышҡы стеналарын һалыу мөмкинлеге бирә, йылылыҡ-техник характеристикаһы буйынса был Башҡортостандың климат шарттарына тап килә. Төҙөлөш инвесторы — Өфөнөң «Мегастройсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Проектҡа һалынған средстволарҙың дөйөм суммаһы 1,3 млрд һум тәшкил итте, генераль подрядсы – IPA-Group компанияһы.

«Проект ҡеүәтенә сыҡҡас компания республика баҙарының 15 процентын биләй аласаҡ», тип хәбәр иттеләр Рөстәм Хәмитовҡа комплекс белгестәре.

— Проект ҡеүәтенә сығырға һәм эшләргә кәрәк, — тине республика Президенты. — Дөйөм алғанда, яҡшы, заманса завод, сифатлы кирбес сығара. Бында ике йөҙ яңы эш урыны буласаҡ — районда иң ҙур предприятие. Хәҙер киләһе аҙымды яһарға — республиканың Архангел районында тағы бер керамик стена материалдары заводы төҙөргә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов белгестәрҙән Рәсәйҙә нисә ошондай предприятие булыуы менән ҡыҙыҡһынды.

— Рәсәйҙә бер тиҫтә лә йыйылмаясаҡ, — тип яуап бирҙе «Мегастройсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айрат Исаев. — Баҙарҙа был продукция етешмәй. Тимәк, ул талап ителәсәк, сөнки төҙөлөштө тиҙләтә һәм арзанайта.