6 декабрь, Шишәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 16:20

Республика Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплап ҡултамғалар ҡағыҙҙары БР Конституция судына тапшырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында, республика Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында закон проектын хуплап, һайлаусыларҙың ҡултамғалары ҡағыҙҙарын тикшереп бөттөләр. Документтарҙы БР Конституция судына тапшырҙылар.

— Үҙәк һайлау комиссияһына барлығы был проектты хуплап һайлаусыларҙың 70 994 ҡултамғаһы ҡағыҙы тапшырылды, уларҙың 896-һы яраҡһыҙ тип табылды, — тип аңлатты БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Закон проектын хуплап ҡултамғалар йыйыу 13 ноябрҙә башланғайны. Был турала ҡарарҙы төбәк закондар сығарыу йыйылышы Президиумы ҡабул итте. Төбәк башлығы вазифаһын икенсе төрлө атауҙы ҡараған «Башҡортостан Республикаһы конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» закон проекты Дәүләт Йыйылышына 7 ноябрҙә индерелгән. Уның актуаллеге граждандарҙың закондар сығарыуҙа ҡатнашыуын киңәйтеү, шулай уҡ конституция положениеларын федераль ҡануниәткә тап килтереү зарурлығына бәйләнгән.

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, «БР Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр 50 мең һайлаусының хуплауынан һуң ғына Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡарала». Шуға бәйле закон проекты буйынса һайлаусыларҙың ҡултамғаларын йыя башлау тураһында ҡарар ҡабул ителде.