11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 15:50

Балаларға өҫтәмә белем биреү системаһына – 95 йыл

автор: Эльмира Сабирова

2013 йылда Рәсәй балаларға өҫтәмә белем биреү системаһына 95 йыл тула.

Балаларға өҫтәмә белем биреү ватан системаһы мәктәптән тыш учреждениелар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә уларҙың барлыҡҡа килеүе педагог-экспериментатор Станислав Щацкий (1878 — 1934) исеме менән бәйләнгән.

Мәскәүҙә 1918 йылда асылған «Йәш тәбиғәт яратыусылар станцияһы» беренсе дәүләт мәктәптән тыш балалар учреждениеһы булып иҫәпләнә.

Бөгөн беҙҙең ватандаштар араһында бала сағында берәй төрлө түңәрәккә, спорт секцияһына, музыка мәктәбенә йөрөмәгән, туристик слеттарҙа йәки экологик экспедицияларҙа булмаған өлкән кешене табып булмайҙыр, моғайын.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының һәр бер ҡалаһында һәм ауыл биләмәһендә төрлө станцияларҙа, үҙәктәрҙә, мәктәптәрҙә, өҫтәмә белем биреү йорттарында һәм һарайҙарында балалар, үҙҙәренә оҡшаған, үҙ һәләтенә, мауығыуына ҡарап,  төрлө йүнәлештәр буйынса шөғөллөнә, үҫешә һәм камиллаша ала.

БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү системаһында 230-ҙан ашыу учреждение эшләй. Ул Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайҙары һәм үҙәктәре, балалар һәм үҫмерҙәр үҫешеү үҙәктәре, мәктәптән тыш эштәр, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, йәш техниктар станциялары, экология-биология һәм туристик-крайҙы өйрәнеү үҙәктәре. Уларҙа 300 мең самаһы бала шөғөлләнә, 6 мең уҡытыусы эшләй.

Өфөлә балаларға өҫтәмә белем биреү системаһының 95 йыллығына арналған байрам йома, 29 ноябрҙә, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерттар залында үтә.