4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 15:06

Дубайға рейс Өфөлә бер тәүлеккә тотҡарланды

автор: Розалия Вәлиева

Өфө аэропортында Flydubai Әмирлектәр авиакомпанияһының FZ-940 рейсы бер тәүлектән ашыуға тотҡарланды.

Самолет расписание буйынса һауаға күтәрелде, әммә тиҙҙән экипаж командиры диспетчерҙарҙан кире ултырыуға рөхсәт һораны. Самолет Өфө аэропортына киренән ултырҙы, һәм бөтә пассажирҙар транзит зонаһына ҡайтты.

Ҡайтанан осоуҙы кисектерә килделәр, һәм һауа судноһының осоуын иртәгәһе көнгә  (28 ноябрь) иртәнге сәғәт 9-ға тәғәйенләгәс кенә, пассажирҙарҙы паспорт контроле үтергә саҡырҙылар.

Әммә иртәнсәк осоу ҙа кисектерелде, рейс тәүҙә көндөҙгө ваҡытҡа, һуңынан кискә тәғәйенләнде. Аэропортта  самолетты тотҡарлауҙың рәсми сәбәбен әйтеүҙән баш тарттылар.

Flydubai компанияһының Башҡортостан вәкиллегендә хәбәр итеүҙәренсә, Федераль авиация ҡағиҙәләренең бөтә талаптары үтәлде: тотҡарланған рейс пассажирҙарына эҫе аш һәм ҡунаҡхана бүлмәһендә йоҡлатыу тәҡдим ителде. Борт кесе йома көнө 17 сәғәт 36 минутта ғына һауаға күтәрелде һәм Өфө ваҡыты менән 22 сәғәт 22 минутта Дубай аэропортына имен-аман ултырҙы.