5 декабрь, Дүшәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 14:25

Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районына һәм Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән сыҡты

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районының Талбазы ауылына килде. Уның эш сәфәре программаһының беренсе  пункты төҙөлөш материалдары сығарыу буйынса яңы  предприятие  —«Ҡыҙыл Таш» яуаплылығы сикләнгән предприятиеһы булды. Бында Президент керамик кирбес һәм ҙур форматлы күҙәнәкле блоктар етештереү менән таныша.

Һуңынан Стәрлетамаҡҡа барыу планлаштырылған, унда бөгөн «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар — үҫеш нөктәләре» III Республика форум-күргәҙмәһе үтә. Стәрлетамаҡта Рөстәм Хәмитов Еңеү скверында үткәрелгән реконструкция сифатын үҙе баһаларға ниәтләй. Ҡала Мәҙәниәт йортонда республика Президенты эшҡыуарҙар форумының пленар ултырышында ҡатнашасаҡ.