Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы составы ойошторола

Йәмғиәт

Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәрен конкурс нигеҙендә һайлап алыу башланды. Парламент ултырышында республика Президенты һәм Дәүләт Йыйылышы Президиумы күрһәтеүе буйынса 20 ағза раҫланды. Хәҙер уларға конкурс нигеҙендә тағы 15 йәштәр парламенты ағзаһын һайлап алырға кәрәк.

Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары биш кешенән торған конкурс комиссияһын һайланы, ул Йәштәр йәмәғәт палатаһына  конкурс үткәреү буйынса эш алып барырға тейеш. Һайлап алыу өс этапта үтәсәк. 28 ноябрҙән 8 декабргә тиклем палата составына инергә теләүселәр комиссияға кәрәкле документтар килтерергә тейеш: йәштәр йәки балалар йәмәғәт берләшмәһенең коллегиаль органы ҡарары, конкурста ҡатнашыу тураһында ғариза; анкета һәм «Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булғас, мин нимә эшләргә теләйем» темаһына ижади эш.

9-11 декабрҙә үтәсәк икенсе этапта, конкурс комиссияһы ағзалары тапшырылған материалдар нигеҙендә кандидаттар һайлап аласаҡ. Комиссияға иң күбе 25 кандидат һайлап алырға кәрәк.

Конкурстың 12 — 16 декабрҙә үтәсәк өсөнсө этабында Йәштәр йәмәғәт палатаһының раҫланған ағзалары кандидаттар менән әңгәмәләшәсәк, кандидаттар үҙ ижади эштәрен яҡлаясаҡ һәм дәғүселәр араһынан иң лайыҡлы 15 кеше һайлап алынасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть