10 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2013 йыл, 12:52

«500 ферма» программаһы буйынса 33 һөтсөлөк фермаһы реконструкцияланды

автор: Галина Бахшиева

2013 йыл башынан алып «500 ферма» республика маҡсатлы программаһына ярашлы Башҡортостанда 33 һөтсөлөк фермаһы реконструкцияланды, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Ошо көндәрҙә Стәрлебаш һәм Мәләүез райондарында икешәр ферманы комплекслы яңыртыуҙы тулыһынса тамамланылар. Кисә комиссия Туймазы районында өс һөтсөлөк фермаһын — «Бишинде» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Ҡуш-Бүләк» крәҫтиән хужалығында һәм Мичурин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында – файҙаланыуға ҡабул итте.

Ике йыл «500 ферма» республика программаһын тормошҡа ашырыу барышында унда 133 һөтсөлөк фермаһы һәм 1 тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис хеҙмәте булдырыу предприятиеһы ҡатнашты.

Фермаларҙы яңыртыуға программала ҡатнашыусылар был ваҡыт эсендә 3 млрд һумдан ашыу аҡса һалды, шуның 2,3 миллиарды — үҙ аҡсалары, 0,74 миллиарды — банк кредиттары. Дөйөм дәүләт ярҙамы күләме 600 миллион һумдан ашып китте, тип белдерҙеләр аграр ведомствола.

2014 йылда Башҡортостандың һөтсөлөк фермаларын  комплекслы модернизациялау буйынса республика маҡсатлы программаһында 70-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашырға ниәтләй.